Раббәнәәнең 40 доғаһы
Ҡөръән Кәримдә Раббәнәә (Аллаһ) менән башланған 40 доға аяттары. Был доғаларҙың әжер-сауабын үлсәй алырлыҡ нәмә юҡ. Улар күпселеге пәйғәмбәрҙәр тормошоның бер өлөшө булғандар, шуға күрә ҙур әһәмиәткә эйә. Был доғаларҙы фани доньяла еңеллек һәм киләсәктә ахирәткә эләгер өсөн төрлө теләктәр һәм үтенестәр бойомға ашһын өсөн уҡып була.
Беҙ, маҡсаттарыбыҙға ирешер өсөн, теләгәндәребеҙ үтәлһен өсөн тик Аллаһынан ғына ярҙам һорайбыҙ. Һәр хәлгә ҡарап, һораған, ҡылған доғаларыбыҙҙың әжере был донъяла килеп етмәһә лә, аҙаҡ Ахирәттә ҡабул булыуы ихтимал. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләгә нисек ниәтләнеп ҡылыуыбыҙҙан тора, иншаАллаһ бар хәжәттәребеҙ ҡабул булыр. Шуға икеләнмәй генә доғаларҙа ихлас булайыҡ.
Доға – иманлы кешенең ҡоралы, ул ғибәҙҙәтең асылы. Бәлки, был Аллаһ беҙҙең өсөн алдан билдәгәнде үҙгәртеү өсөн ҡулланыла торған ҡоралдыр. Доғалар аша беҙ Аллаһ Тәғәләнең беҙҙең өсөн бирелгән ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеләйтә алабыҙ һәм дә ул тормошобоҙҙы ыңғай яҡҡа борорға сәбәптер.
1. Изгелекте ҡабул итһен өсөн доға
رَبَّنَا تَقَبَّلْ مِنَّا إِنَّكَ أَنْتَ السَّمِيعُ العَلِيمُ
...Раббәнәә тәҡаббәл миннәә иннәкә әңтә-ссәмииғүл-ғәлиим.
Эй, Раббым! Ҡабул ит беҙҙән! Һин ысынлып та, ишетеп, белеп тораһың бит! Әл-Баҡара сүрәһе, 127-се аят.
2. Бөтә мосолман өммәте өсөн доға
رَبَّنَا وَاجْعَلْنَا مُسْلِمَيْنِ لَكَ وَمِنْ ذُرِّيَّتِنَٓا اُمَّةً مُسْلِمَةً لَكَۖ وَاَرِنَا مَنَاسِكَنَا وَتُبْ عَلَيْنَاۚ اِنَّكَ اَنْتَ التَّوَّابُ الرَّح۪يمُ
Раббәнәә үәджғәлнәә мүслимәйни ләкә үә миң ҙүрриййәтинәә үммәтәм-мүслимәтәл-ләкә үә әринәә мәнәәсикәнәә үә түб ғәләйнәә иннәкә әңтә-ттәүүәәбү-ррахиим.
Раббым! Беҙҙе мосолман ит, беҙҙең нәҫелде мосолман өммәте ит, ғибәҙәт ҡылыр урыныбыҙҙы күрһәт, беҙҙе Үҙең ярлыҡа! Ысынлап та, һин ярлыҡаусан, рәхимле! Әл-Баҡара сүрәһе, 128 -се аят.
3. Был донъяла изгелек бир
رَبَّنَا آتِنَا فِي الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِي الآخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
...Раббәнәә 'әәтинәә фи-ддүнйәә хәсәнәтәү-үә фил-әәхыирати хәсәнәтәү-үәҡинәә ғәҙәәбә-ннаар.
Раббым! Был донъяла беҙгә изгелек (рәхәтлек) бир, теге донъяла ла яҡшылығыңдан ҡалдырма, тамуҡ утынан беҙҙе һаҡла! Әл-Баҡара сүрәһе, 201 -се аят.
4. Сабырлыҡ доғаһы
رَبَّنَا أَفْرِغْ عَلَيْنَا صَبْراً وَثَبِّتْ أَقْدَامَنَا وَانصُرْنَا عَلَى القَوْمِ الكَافِرِينَ
...Раббәнәә әфриғъ ғәләйнәә сабрау-үә ҫәббит әҡдәәмәнәә үәңсурнәә ғәләл –ҡаумил-кәәфириин.
Я, Раббым, беҙгә сабырлыҡ бир, беҙҙең аҙымды нығыт, кафырҙарға ҡаршы һуғышырға ярҙам ит! Әл-Баҡара сүрәһе, 250 аят.
(ӘБЙӘЛИЛ сайтынан алынды, Назир Сабитов)